11 декабрь, Йәкшәмбе

20 июль 2010 йыл, 14:29

Баҡалы районында демография күрһәткестәре яҡшыра

автор: Евгений Рәхимҡолов

Баҡалы районы хакимиәте демографик ситуацияның яҡшырыуын билдәләй. Ағымдағы йылдың алты айында бында 211 сабый тыуған, был иһә алдағы йылдарҙың күрһәткесенән күпкә юғары. БР Юстиция министрлығының Баҡалы районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, тыуымдың артыуына тәү сиратта никахтар артыуы ла йоғонто яһай, йыл башынан районда йөҙҙән ашыу никах теркәлгән.