Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Стәрлетамаҡта етем балаларға ярҙамға 700 мең һум самаһы аҡса йыйғандар

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ хакимиәте менән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға ярҙам маҡсатында иғлан ителгән хәйриә акцияһы һиҙелерлек һөҙөмтәләр килтергән. Уны үткәреү барышында предприятиелар һәм ҡала халҡы 694,6 мең һум йыйған.

Матди средстволарҙы бүлеү буйынса комиссия ултырышында йыйылған ресурстарҙы тәү сиратта Стәрлетамаҡ ҡалаһы Балалар йортона, Стәрлетамаҡтың махсуслаштырылған сабыйҙар йортона, «Данко» балаларға ярҙам үҙәгенә йүнәлтергә ҡарар ителгән. Аҡсаның бер өлөшө, шулай уҡ, ҡарауға алынған балалар иҫәбенән беренсе класҡа барасаҡ балаларға, инвалидлығы булған етем балаларға, йәнә ҡарауға алынған балаларға пособие алмаған ғаиләләргә тапшырыласаҡ.

Средстволар бүлеү буйынса киләһе комиссия ултырышы авгусҡа билдәләнгән. Шуға ҡәҙәр мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть