6 декабрь, Шишәмбе

20 июль 2010 йыл, 12:31

Әмир Ишемғолов: кәмендә алты мең тонна бал етештереләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл ҡоролоҡ ауыл хужалығы производствоһының бөтә тармаҡтарына  ҡағылды. Умартасылар өсөн миҙгел бик ауыр. Дым етешмәү республиканың тәбиғи бал запастарының 30 процентын килтергән болон үләндәрендә һәм сәскәләрендә лә сағылды. Баллы үҫемлектәр һаны кәмене. Һөҙөмтәлә май-июндә умартасыларға бал ҡорттарына шәкәр сиробы бирергә тура килде.

— Быйыл беҙ төп балды йүкәнән алабыҙ, — ти Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры Әмир Ишемғолов. – Ул республиканың бал запасының 75 процентын тәшкил итә. Республиканың бал йыйыу ҡеүәте ярайһы уҡ юғары   – йылына 545 мең тонна. Әммә бал ҡорттары 175 мең тонна ғына йыя ала.

Әмир Миңлеәхмәт улы, быйыл йүкә ике аҙнаға алдараҡ сәскә атты һәм сәскә атыу тигеҙ барманы, тип һөйләне. Тәжрибәле умартасылар бының менән яҡшы файҙаланды, умарталары менән республиканың бер районынан икенсеһенә күсеп йөрөнө. Шуға күрә быйыл да былтырғы кимәлдә бал алырға ниәтләй. Ә был кәмендә алты мең тонна тауарлыҡлы бал тигән һүҙ.

Белгестәр традицион милли башҡорт продуктының юғары сифатын билдәләй. Бөтә минустарына ҡарамаҫтан, эҫе йәй балға яҡшы өлгөрөргә булышлыҡ итте. Быны беренселәрҙән булып башҡа төбәктәрҙән бал һатып алыусылар баһаланы һәм хәҙер башҡорт умартасыларынан хаҡына ҡарамай күпләп бал һатып ала. Быйыл республиканың йүкә  зонаһында: Нуриман, Бөрйән, Архангел, Ейәнсура, Ғафури, Ишембай райондарында урынлашҡан умартасыларҙың балының сифаты бигерәк тә юғары.  

Әлеге ваҡытта умартасылар көнбағыш һәм ҡарабойҙай балын һығып алалар.  

Умартасылыҡ буйынса үҙәк белгестәре яңы эш башлаусы умартасыларға ярҙам варианттарын эшкәртә. Улар республика етәкселегенә лизинг буйынса күстәр һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу мөмкинлеге тураһында тәҡдим индерҙе. Республикала инә ҡорт менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар – бында Рәсәйҙә берҙән-бер балҡорттары үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводы эшләй бит.