Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Профсоюздарҙың тәрбиәселәргә эш хаҡын күтәреү буйынса тәҡдимен республика етәкселеге хупланы

Иҡтисад

БР Профсоюздар федерацияһының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәреү буйынса тәҡдиме республика етәкселегендә хуплау тапты.  

Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан профсоюздары был мәсьәләне бер нисә ай инде күтәрә. Июнь аҙағында БР Профсоюздар федерацияһы республика Финанс министрлығына, тәрбиәселәрҙең айлыҡ эш хаҡына  - 1000 һум, тәрбиәселәр ярҙамсыларына 500 һум күләмендә айлыҡ өҫтәмә билдәләү кәрәклеген сағылдырып, бюджетты ойоштороу буйынса тәҡдим ебәргәйне. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса был проекттың хаҡы 400 миллион һум тип баһаланды.  

Ошондай уҡ тәҡдимде профсоюздар Өфөнөң территориаль өс яҡлы комиссияһы ултырышында ла индергәйне, әммә ул ҡала хакимиәте һәм эш биреүселәр берекмәһе тарафынан хупланманы.

Ахыр килеп, БР Президентының быйыл 1 августан балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә билдәләү тураһында республиканың яңы башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған Указ һөҙөмтәһендә мәсьәлә ыңғай хәл ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть