6 декабрь, Шишәмбе

20 июль 2010 йыл, 10:57

Эшҡыуарҙарҙы Ҡытайға йәрминкәгә саҡыралар

автор: Любовь Колоколова

Ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһында (Гуандун провинцияһы) быйыл 15 сентябрҙән 18-енә тиклем VII Ҡытай халыҡ-ара бәләкәй һәм урта предприятиелар йәрминкәһе үтәсәк.

Сара йыл һайын ҠХР-ҙың Дәүләт планы, коммерция һәм финанстар министрлыҡтары, Дәүләт сәнәғәт-сауҙа административ идаралығы, ҠХР Тауарҙар сифатына техник һәм карантин контроле буйынса дәүләт идаралығы, шулай уҡ ҠХР Банк эшмәкәрлегенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты яҡлауында үткәрелә.  

Йәрминкәне ойоштороусы – Гуандун провинцияһы Халыҡ хөкүмәте (Иҡтисадҡа һәм инвестицияларға булышлыҡ итеү комитеты). Сараны ойоштороуҙа сит ил ярҙамсыһы булып 2010 йылда Австралия сығыш яһай.

Төп маҡсат – Ҡытайҙың бәләкәй һәм урта бизнесы менән таныштырыу, донъяның күп дәүләттәре бизнесы өсөн ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырған өлкәләрҙә (электроника, көнкүреш электротехникаһы һәм машиналар эшләү, нефтехимия, туҡыу һәм трикотаж, аҙыҡ-түлек һәм һыуытҡыс эсемлектәр, төҙөлөш материалдары, ҡағыҙ етештереү, автомобилдәр эшләү, медицина һәм фармацевтика) халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

Ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, йәрминкә барышында эшлекле донъя вәкилдәре өсөн тематик уҡыу семинарҙары һәм конференциялар үткәреләсәк, программа сиктәрендә киң масштаблы презентациялар планлаштырылған.

Унда ҡатнашыуға бөтә ҡыҙыҡһынған сит ил делегациялары, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре саҡырыла. Йәрминкәне үткәреү урыны — Гуанчжоу халыҡ-ара күргәҙмә үҙәге.

Ентекле мәғлүмәтте exporeg@mtpp.org адресы буйынса Мәскәү Сауҙа-сәнәғәт палатаһы бирә.

Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, 2009 йылда Өфөлә Башҡортостан-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте ойошторола. Бынан алда БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ағзалары делегацияһы Гуанчжоуға йәрмикәгә барып ҡайтты ла инде, ә эшҡыуарҙарҙың береһе Шеньянда күргәҙмәлә булды.