5 декабрь, Дүшәмбе

20 июль 2010 йыл, 9:05

8014 ВИЧ-инфекциялы диспансер иҫәбендә тора

автор: Ольга Мортазина

Йыл башынан алып төбәктә 688 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған, тип хәбәр итә “Республика СПИД-ҡа һәм инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм профилактика үҙәге” дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Бөгөнгө көндә 8014 кеше иҫәптә тора (статистика 1987 йылдан алып барыла).

Сирлеләр аҙ теркәлгән ай – февраль –  инфекция йоҡторған 10 кеше асыҡланған. Марттан июнгә тиклем ауырыуҙар иҫәбе кинәт артҡан – айына 150-184 кеше. Июль статистикаға йәнә  66 ВИЧ йөрөтөүсене өҫтәгән.

Әгәр уҙған 2009 йыл эсендә республикала ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 188 бала тыуһа, быйыл беренсе ярты йыллыҡта бындай балалар һаны 105-кә етте, ә бөгөнгө көнгә ҡарата – йәнә 15.

Ярты йыл эсендә 117 ВИЧ-позитивлы мәрхүм булған.

Инфекцияны таратыу юлдарына килгәндә иһә, енси һәм парентераль юлдар өҫтөнлөклө булып ҡала. «Вертикаль» юл менән —инфекциялы әсәнән балаға – 5 сабый зарарланған.

темалар: СПИД