10 декабрь, Шәмбе

19 июль 2010 йыл, 19:18

Дмитрий Медведев Рөстәм Хәмитовты Башҡортостан Президенты вазифаһына инеүе менән ҡотланы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Рөстәм Хәмитовҡа телеграмма ебәргән, унда Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына инеүе менән ҡотлаған.

Дәүләт башлығы телеграммаһында былай тиелә:

“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына рәсми инеүегеҙ менән ҡотлайым. Ошо яуаплы поста Һеҙ үҙегеҙҙең белемегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе төбәктең юғары социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен бойомға ашырыу, кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн файҙаланырһығыҙ, республикала милләт-ара татыулыҡты, сәйәси тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләрһегеҙ тип ышанам.

Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар һәм бары изгелектәр теләйем.

Д.Медведев”.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкиндың ҡотлауында былай тиелә:

“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

Һеҙгә Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәре йөкмәтелеүгә бәйле ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Рәсәй Президенты һәм төбәктә йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлаусы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан Һеҙгә күрһәтелгән ышаныс Һеҙҙең Ватан файҙаһына профессиональ эшмәкәрлекте раҫлап тора. Республиканың бай иҡтисади ҡеүәтен үҫтереүгә, уның халыҡтарының тормош муллығын нығытыуға йүнәлтелгән эшегеҙҙә уңыштар теләйем.

Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ниәтләгән пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем!

Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе С.Нарышкин”.