9 декабрь, Йома

19 июль 2010 йыл, 18:37

Башҡортостан Президенты мәктәп автобустары һатып алыуға аҡса бүлергә ҡушты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – финанстар министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Ғәскәровҡа мәктәп автобустарын һатып алыу һәм ҡайтарыу өсөн республика ҡаҙнаһынан финанс средстволар бүлеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 30 июнендәге 652-р һанлы бойороғона ярашлы, 2006 йылдан 2009 йылға тиклем республика дөйөм белем биреү учреждениеларына федераль һәм республика бюджеты средстволары иҫәбенә 516 автобус ҡайтарылды.  

Шуның менән бергә бөгөнгө көндә мәктәп автобустары йәнә 70-тән ашыу дөйөм белем биреү учреждениеларына кәрәк.

Һатып алынасаҡ транспорт төпкөл торама пункттарҙа йәшәгән уҡыусыларҙы көн һайын мәктәпкә ойошҡан рәүештә ташырға мөмкинлек бирәсәк. Мәктәп автобустары зона, район, республика ярыштары, күмәк мәҙәни саралар, олимпиадалар, конкурстар үткән урындарға барыу өсөн талап ителә.