3 декабрь, Шәмбе

19 июль 2010 йыл, 18:11

Мортаза Рәхимов: Беҙ граждандарыбыҙҙың ижади эшкә ынтылышын нығыта алдыҡ

автор: “Башинформ”

2010 йылдың 19 июлендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттан тыш ултырышында Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Президенты вәкәләттәре йөкмәтелде. Депутаттар алдында республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны. Түбәндә уның сығышының тексын килтерәбеҙ.

«Хөрмәтле Григорий Алексеевич!

Хөрмәтле депутаттар!

Ҡәҙерле ватандаштар!

Барығыҙ ҙа был көндәрҙә минең ни тиклем тәрән тулҡынланыу кисереүемде яҡшы аңлайһығыҙҙыр, тип уйлайым. Бындай кисереш профессиональ һәм кешелек карьераһы үрендә, бөтә ғүмер үрендә генә була. Һәм ул хәҙер минең ус төбөмдәге кеүек. Һуғыш йылдарында крәҫтиән ғаиләһендә үткән ярайһы уҡ ҡатмарлы балалыҡ һәм уҡыу йылдарынан һуң – 35 йыл нефть эшкәртеү тармағында көсөргәнешле хеҙмәт һәм 20 йыл – республика башында. Һәм ошо ике ҙур ғына һанда – бөтә минең хеҙмәт кенәгәм! Бында минең хеҙмәт стажым һәм хеҙмәт отчетым да.

Һәр кешегә лә үҙ биографияһын һынылыш йылдарында ҡороу тура килмәйҙер, моғайын. Миңә был яҡтан бик тә уңай тура килде, тип уйлайым. Мин иҫке ҡаушарылып емерелгән һәм яңы бик ауыр төҙөлгән осорҙа етәксе, республика президенты булдым. Бөтә яҡшы нәмәне мөмкин тиклем һаҡлап алып ҡалырға, республиканың ҡеүәтен һаҡларға, тап уның мәнфәғәттәрендә үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрергә кәрәк ине. Уларҙы ҡаушатмай-емермәй, халыҡты фәҡирлеккә, ауыр социаль кисерештәргә дусар итмәй үткәрергә. Төбәктәрҙең тотороҡлолоғо һәм ныҡлығы, үҫешен тиҙләтеү бөтә ил өсөн дә мөһим ине.  

Беҙҙең стратегияның философияһы һәм пафосы реформаларға тап шундай ҡарашҡа ҡайтып ҡалды. Ә сәйәсәт – ул, мин күп тапҡырҙар ҡабатлағанса, мөмкинлек оҫталығы.

Беҙ был юлды лайыҡлы үттек. Беҙгә республикаға нигеҙ һалыусылар алдында ла, фронт быуыны һәм бынан алдағы осор эшмәкәрҙәре алдында ла оят түгел. Ҡасандыр һәр кем китергә тейеш, һәм иң яҡшыһы – ваҡытында.

Тарихсылар нимәләр эшләүебеҙҙе, ә нимәләрҙе эшләп өлгөрмәүебеҙҙе һуңынан баһалар. Беҙ нахаҡ бәлә яғыуҙарҙы ла, ғәҙел булмаған тәнҡитте лә байтаҡ ишеттек. Ләкин һәр дәүләт башлығының нимәләр эшләргә өлгөрөүенең төп критерийы – ул сағыштырыу, төбәкте һин ниндәй хәлдә ҡабул иттең һәм ниндәй хәлдә уны тапшыраһың. Бында һөҙөмтәләрҙең күҙгә күренерлек булыуы, һәр төрлө белдереүҙәрҙән һәм уйҙырмаларҙан асығыраҡ иҫбатлауы менән бөтәһе лә килешер, моғайын. Ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ, хеҙмәт коллективтары, Башҡортостандың бөтә йөҙө үҙгәрҙе. Кешеләр хәҙер бөтөнләй яңы республикала һәм илдә йәшәй.

Физик яҡтан да, рухи яҡтан да – бөтәһе лә үҙгәрҙе. Күптән түгел генә йәмғиәттә республика халыҡтарының телдәре һирәк яңғырай, телевидениела бер нисә генә милли тапшырыу алып барыла ине. Күп ауыл райондары депрессия хәлендә ине. Хәҙер бөтөнләй икенсе хәл. Милли гимназиялар, телевидение, яңы филармониялар һәм мәҙәниәт һарайҙары, үҫешкән ауыл райондары – былар республика үҫешендә ысын мәғәнәһендә алға ынтылыш!

Беҙҙеке кеүек күп милләтле һәм күп конфессиональ төбәктә милләтте үҫтереүгә, милли сәйәсәткә, милли мәҙәниәткә һәм традицияларға иғтибар – ул ҡылыҡһыҙлыҡ түгел, ә хәҙерге сәйәсәттең объектив зарурлығы. Ул киләсәккә һаҡлап ҡалдыра торған бик мөһим нәмә.

Барыһы тураһында ла һөйләп бөтөрөп булмай, әлбиттә. Хужалыҡтың бөтә тармаҡтарында ла, ҡулланыу баҙарында, фән, мәғариф, социаль тәьминәт һәм һаулыҡ һаҡлау (санатор-курорт системаһын да индереп) системаларында, транспорт инфраструктураһында, торлаҡ төҙөлөшөндә, газ үткәреүҙә бик күп эштәр башҡарылды.  

Ауыл, агросәнәғәт һәр ваҡыт айырым иғтибар үҙәгендә булды. Беҙ аграр секторҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ һәм һәр яҡлап ярҙам иттек, ә беҙҙең республика өсөн был принципиаль мөһим! Башҡортостандан ауыл хужалығы ылауҙарын хәҙер Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында һәм башҡа төбәктәрҙә көтөп алалар.  

Ил буйынса иң яҡшы юл селтәрҙәренең береһе лә беҙҙә хәҙер. Башҡа иҡтисади һәм социаль системалар үҫеше йомғаҡтары тураһында ла шулай уҡ әйтергә мөмкин. Башҡортостан күп халыҡ-ара ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, бөтә донъя менән ҡеүәтле тышҡы бәйләнештәр булдырған.  

Беҙ күп балалы әсәләр, йәш ғаиләләр, балалар, өлкән быуындар проблемалары менән маҡсатҡа йүнәлешле шөғөлләндек. Халыҡтың бөтә ҡатламдарына, айырыуса ауыл халҡына иғтибар бүлдек. Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен нығытыуға күп көс һалынды. Юҡҡа ғына бөгөн беҙҙән күп яҡтан өлгө алмайҙар бит!

Иң мөһиме – беҙ граждандарыбыҙҙа ижад итеүгә, үҙ тормошон яҡшыртыуға һәм төҙөкләндереүгә, уның сифатын күтәреүгә ынтылыш тәрбиәләй алдыҡ.

Тап беҙҙең дөйөм тупланыу позициябыҙ, татыу һәм маҡсатҡа йүнәлешле эшебеҙ арҡаһында Башҡортостан илдә хаҡлы рәүештә юғары урын биләй. Унда тотороҡлолоҡ, үҙ-ара аңлашыу, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, кешеләрҙә изгелек рухы бар. Былар барыһы ла йылдар буйына тәрбиәләнә, шуға күрә лә йәмғиәттең ошондай торошон һаҡларға һәм көсәйтергә, һауа, республиканың һәм илдең төп байлығы булараҡ һаҡларға кәрәк!

Был йылдарҙа минең менән бергә эшләгәндәрҙең барыһына ла – фекерҙәштәремә һәм коллегаларыма, Дәүләт Йыйылышы депутаттарына, Хөкүмәткә, ҡала һәм райондар хакимиәттәре етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәргә һәм производство эшсәндәренә, эшҡыуарҙарға, эшселәргә һәм крәҫтиәндәргә, ижади интеллигенцияға рәхмәт. Бөтә Башҡортостан халҡына рәхмәт, уларҙың ярҙамын мин һәр ваҡыт – һайлауҙарҙа һәм референдумдарҙа, көндәлек эштә тойҙом. Тағы бер тапҡыр барығыҙға ла ихлас рәхмәтемде белдерәм!  

Айырыуса Дмитрий Анатольевич Медведевҡа хеҙмәтемде юғары баһалағаны, Рәсәй дәүләтенең иң юғары ордены менән наградлағаны өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Был Башҡортостандың бөтә күп милләтле халҡының егерме йыллыҡ эше һөҙөмтәләренә ихтирам күрһәтеү ул.

Әлбиттә, хәҙер беҙҙең алда республиканы артабан модернизациялау менән бәйле яңы, шулай уҡ ҡатмарлы бурыстар тора. Башҡортостандың уларҙы үтәргә хәленән килә. Республика күтәрелә бара, ул яңы импульсҡа, яңы идеяларға һәм технологияларға, яңы кадрҙарға мохтаж.  

Башҡортостанды ошо юлда Рөстәм Зәки улы Хәмитов – юғары профессиональ һәм рухи һыҙаттарға, ҙур сәйәси, фәнни һәм идара итеү тәжрибәһенә эйә булған беҙгә яҡын кеше етәкләүе ҡыуандыра. Иң мөһиме, ул үҙенең тыуған яғын яҡшы белә һәм ярата!

Мәскәүҙең абруйлы юғары уҡыу йортон тамамлап, ул тап ошонда ҙур дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән булып үҫеште. Ысынында, егерме йыл элек Юғары Советта беҙ уның менән бергә яңы Башҡортостанды төҙөй башланыҡ.  

Мин һәр ваҡыт Рөстәм Зәки улын яҡлап килдем һәм бөгөн дә Республика Президенты вазифаһына уның кандидатураһын хуплайым. Һеҙҙең дә уны яҡлауығыҙҙы теләйем!

Иманым камил, Рөстәм Зәки улы әле уға йөкмәтелгән бөтә яуаплы бурыстарҙы уңышлы үтәп сығасаҡ. Бының өсөн унда профессионализм да, бай тәжрибә лә, кешелек сифаттары ла бар. Ул идара итеү һәм хужалыҡ итеүҙең хәҙерге алымдарына эйә, кадрҙарҙы аңлай һәм баһалай, уларҙы ойоштора, кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итә белә. Уға үҙемдең «Хәрәкәттә – бәрәкәт!» тигән кәңәшемде тапшырам. Беҙҙең юл – даими алға барыу!

Президент йөгө, үҙемдән беләм – бик ауыр, ул тулыһынса бирелеп эшләүҙе талап итә. Ләкин уны республика халҡы менән бергә алып барғанда, был бурыстар еңелерәк бирелә. Ә беҙҙең халыҡ менән тауҙар аҡтарырға мөмкин!

Барығыҙҙың ҙа, минең менән бергә, уға ярҙам итеүегеҙҙе, һәр ваҡыттағыса ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүегеҙҙе теләйем. Бөтәһе лә уңышлы булыр, тип ышанам. Республика мотлаҡ яңы, тағы ла алдынғыраҡ үрҙәргә сығасаҡ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел!  

Бөтә йөрәктән барлыҡ Башҡортостан халҡына ярҙамы һәм аңлап эш иткәне өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерергә теләйем ".