Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө урамдарында авариялар: ярты йыл эсендә 28 үлем

Йәмғиәт

2010 йылдың алты айында Өфө урамдарында 873 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, улар һөҙөмтәһендә 28 кеше һәләк булған һәм меңдән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған.  

БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәте буйынса, 591 юл-транспорт һәләкәте ир-азаматтар ғәйебе арҡаһында булған. 712 йәрәхәтләнеүсе һәм 16 һәләк булған кеше улар намыҫында. Ошо иҫәптән биш үлемгә машина менән айыҡ булмаған килеш идара иткән водителдәр ғәйепле.

Ҡатын-ҡыҙ водителдәр ғәйебе арҡаһында Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарында 101 юл-транспорт һәләкәте булған, уларҙа өс кеше үлгән һәм 112-һе имгәнгән. Бер осраҡта автоһәләкәттә ҡатнашыусы ҡатындың иҫерек булыуы асыҡланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть