Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Иген культураларының 6 проценты һуғылды

Иҡтисад

Башҡортостанда быйыл урып йыйыу ғәҙәттәге ваҡыттан алда башланды. Йәйҙең эҫе, ҡоро тороуы менән бәйле игендәр бер нисә аҙнаға тиҙерәк өлгөрҙө. Хәҙер игенселәр иген культураларын һәм борсаҡ сабыу һәм урып йыйыуҙы алып бара. Яҙғы культуралар ҙа өлгөрөп килә.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөнгә 76 мең гектар майҙанда ашлыҡ сабылған. Был планға ҡарата 7 процент. 60,4 мең гектарҙа һуғылған – иген культуралары майҙандарының 6 проценты. Дөйөм алғанда, 55,3 мең тонна иген һуғып алынған.

Республика буйынса игендең уртаса уңышы һәр гектарҙан 9,2 центнер тәшкил итә. Бөгөн иң юғары уңыш Дүртөйлө районында – гектарынан 13 центнер. Мәләүез районында бер аҙ ҡалыша – һәр гектарҙан 12,1 центнер. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Ауырғазы райондарында гектарынан 10 центнерҙан ашыу алалар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть