3 декабрь, Шәмбе

19 июль 2010 йыл, 15:00

Куйбышев тимер юлында ташылған йөк күләме ярты йыл эсендә 8 процентҡа артҡан

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың алты айында Куйбышев тимер юлы 30,4 миллион тоннанан ашыу йөк ташыған, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 8 процентҡа  күберәк.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, нефть продукттары өлөшө бөтә йөктөң 60 процентын тәшкил иткән.  Уҙған йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарағанда нефть продукттары 8 процентҡа күберәк ташылған.

Нефть һәм уны эшкәртеү һөҙөмтәһендә алынған продукттарҙан тыш, Куйбышев тимер юлында йөктөң 30 номенклатуралы төркөмө тейәп оҙатыла. Беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса 20 төр йөк буйынса йөк ташыуҙың артыуы күҙәтелгән.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, йөк күләменең артыуы Рәсәй эсендә лә, экспортҡа оҙатыуҙа ла теркәлгән. Ярты йыл эсендә Куйбышев тимер юлында экспорт уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 8 процентҡа артҡан. Сит илгә Куйбышев тимер юлы станцияларынан башлыса нефть продукттары, химикаттар һәм сода оҙатыла.

Белгестәр әйтеүенсә, магистралдең яуаплылыҡ зонаһында эшләгән төбәк сәнәғәт потенциалының тергеҙелеүе һәм үҫеше арҡаһында төп йөк номенклатураһын тейәп оҙатыу буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Бында тимер юлсыларҙың клиенттар йәлеп итеү һәм яңы транспорт маршруттарын ойоштороу буйынса алып барған һөҙөмтәле эше мөһим роль уйнай.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, нефть продукттарын ташыуҙа беренселек Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһендә.