9 декабрь, Йома

19 июль 2010 йыл, 14:55

«Иммунопрепарат» 682 миллион һумлыҡ дарыуҙар сығарҙы

автор: Гүзәл Йосопова | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң «Иммунопрепарат» предприятиеһында быйыл 6 айҙа 682 миллион һумлыҡ продукция етештерелде. План 103,2 процентҡа үтәлде, физик күләм индексы 167,1 процентҡа тигеҙ.

Хондролон, АДС-М-анатоксин, интерферон, пандефлю, простакор, глюкоза, церебролизат препараттары етештереү арттырылды.

Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр һаны ла артты. 2010 йылдың 5 айында, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, Башҡортостан биотехнологтары коллективы 57 хеҙмәткәргә күберәк.  

1 ғинуарҙан “Микроген” ғилми-етештереү берекмәһенең Өфөләге филиалы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртаса 10 процентҡа артты һәм быйыл 5 айҙа 13590 һум тәшкил итте.

1 июндән ул тағы ла уртаса 16,5 процентҡа артты.