5 декабрь, Дүшәмбе

19 июль 2010 йыл, 13:13

Башҡортостан халыҡ-ара ЮНЕСКО акцияһында ҡатнаша

автор: Сергей Захаров

Бөгөн «Башҡортостан һәм хәҙерге донъя» халыҡ-ара проекты старт ала. 19 июлдән 28-енә тиклем ЮНЕСКО эштәре буйынса республика Комитеты делегацияһы Финляндияла, Швецияла, Норвегияла һәм Данияла буласаҡ.

Делегация составында — республика мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәре һәм иң яҡшы уҡытыусылары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре.

Акцияның маҡсаты — халыҡ-ара хәрәкәт активистары менән танышыу, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы объекттарын өйрәнеү, Федор Шаляпин һәм Рудольф Нуриев исемдәре менән бәйле иҫтәлекле урындарға барыу.

Скандинавия илдәрендә ватандаштар һәм ЮНЕСКО-ның төрлө программалары вәкилдәре, атап әйткәндә, Швецияның «Life-Link» экологик программаһы активистары менән осрашыуҙар планлаштырылған.

«Башҡортостан һәм хәҙерге донъя» халыҡ-ара акцияһы ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ Комиссияһы ярҙамында, Халыҡ-ара Диалог һәм донъя халыҡтарының мәҙәниәттәрен яҡынайтыу йылы, Бөтә Рәсәй Уҡытыусы йылы һәм Башҡортостан Рнспубликаһы йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.