Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Инвалидтар еңел автомобилдәрҙе үҙ милкенә аласаҡ

Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2010 йылдың 12 июлендә 508-се һанлы "Еңел автомобилдәрҙе шәхси милеккә тапшырыу тураһында" ҡарар сығарҙы. Унда РФ субъекттарына инвалидтарға медицина күрһәтмәләре буйынса 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем бирелгән еңел автомобилдәрҙе үҙҙәренә шәхси милеккә тапшырырға тәҡдим ителеүе тураһында әйтелә.

Транспорт тапшырыу инвалидтарҙың шәхси ғаризалары буйынса үткәреләсәк, тип билдәләнгән. РФ Эске эштәр министрлығы менән берлектә РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы тапшырылырға тейешле автомобилдәргә документтар юллау тәртибен билдәләйәсәк. Автомобилдәр тапшырыу сараларын үткәреү РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы һәм Дәүләт милкенә идара итеү буйынса федераль агентлыҡҡа йөкмәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть