7 декабрь, Шаршамбы

19 июль 2010 йыл, 9:10

Балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре 1 августан ай һайын өҫтәмә ала башлаясаҡ

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

16 июлдә Башкортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов «Төп дөйөм мәктәпкәсә белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына айлыҡ өҫтәмә билдәләү тураһында» 426-сы Указға ҡул ҡуйҙы.

2010 йылдың 1 авгусынан төп эш урыны буйынса мәғариф учреждениелары штатында торған, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләүсе тәрбиәселәр, кесе тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсыларының, шулай уҡ төп эш урыны буйынса мәғариф учреждениелары штатында торған, балалар менән тәрбиә эше алып барыусы бер һәм ике төркөмлө мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары мөдирҙәренең эш хаҡына түбәндәге күләмдәрҙә айлыҡ өҫтәмә билдәләнде:

1000 һум – тәрбиәселәргә;

500 һум — кесе тәрбиәселәргә, тәрбиәсе ярҙамсыларына;

500 һум — бер һәм ике төркөмлө мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары мөдирҙәренә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә ошо Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын, айлыҡ өҫтәмәләрҙе түләү тәртибен һәм шарттарын билдәләргә ҡушылды.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде. Документ преамбулаһында әйтелеүенсә, был төп дөйөм мәктәпкәсә белем биреү програмаһын тормошҡа ашырыусы дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең социаль яҡланғанлығын көсәйтеү маҡсатында эшләнде.