8 декабрь, Кесе йома

19 июль 2010 йыл, 12:04

Реналь Ғәниев Европа чемпионатында «бронза» алды

автор: Дмитрий Слезин | фото: РФ Фехтование федерацияһы сайтынан

Германияның Лейпцигында фехтование буйынса  Европа чемпионатында Башҡортостандан Реналь Ғәниев рапирасыларҙың шәхси турнирында «бронза» яуланы.

Реналдең был Европа турнирҙарында шәхси иҫәптә  икенсе уңышы, алты йыл элек 2004 йылда ул «көмөш» миҙал яулағайны.

Италия рапирасыһы Андреа Бальдини ярымфиналда Ғәниевҡа бер мөмкинлек тә бирмәне — 11:3. Әйтергә кәрәк, 1/8 финалдан алып итальян бер-бер артлы өс рәсәйлене отто – Алексей Черемисиновты, Артем Седовты һәм Реналь Ғәниевты.

Финалда Бальдини үҙенең яҡташын — Валерио Аспромонтены еңде – 15:11.