4 декабрь, Йәкшәмбе

19 июль 2010 йыл, 11:37

Стәрлетамаҡтан ғаилә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән наградланған

автор: Евгений Рәхимҡолов

Стәрлетамаҡтан Атанғоловтар ғаиләһе «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән наградланған. Бындай ваҡиға ҡала тарихында беренсе тапҡыр.

2008 йылдан алып билдәләнеүсе байрам — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты менән булдырылған миҙал 25 йылдан ашыу бәхетле никахта йәшәгән һәм ғаиләне нығытыуға ярайһы ҙур өлөш индергән ирле-ҡатынлыларға тапшырыла.

Елена һәм Ғәфүр Атанғоловтар быйыл бергә тормош көтөүҙәренең 30 йыллығын билдәләйәсәк. Уларҙың ете балаһы һәм өс ейән-ейәнсәре бар. Был награда – улар өсөн тәүгеһе түгел. Бығаса Елена Атанғолова «Әсәлек даны» республика миҙалы менән наградланған.