9 декабрь, Йома

19 июль 2010 йыл, 11:32

Ишембайҙа бамбук ойоҡбаштар етештереү юлға һалынды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Ишембай ойоҡ фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡбаштары етештергәндә Яңы сеймал – бамбук ебе  ҡуллана башланы. Был предприятиеның быйылғы техник яңылыҡтарының береһе.

Фабрика етештереүҙе арттыра. Мәҫәлән, беренсе квартал йомғаҡтары буйынса ойоҡ-ойоҡбаш изделиелары сығарыу күләме былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 112 процент тәшкил итте. Бында продукцияның конкуренцияға һәләтлелеген арттырыуға ҙур иғтибар бирелә. Бының өсөн этикеткалар дизайны яҡшыртыла, матур итеп биҙәлгән айырым төргәк ҡулланыла.

Бамбук ебе менән эшләү өсөн предприятиела заманса ҡорамалдар бар. Фабриканан хәбәр итеүҙәренсә, бамбук ебе бактерияларға ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә. Унан бәйләнгән изделие йөҙ процентлы кизе-мамыҡҡа ҡарағанда дымды өс тапҡырға яҡшыраҡ һеңдерә. Сөнки бамбуктан сүстәр күҙәнәкле структураһы менән айырылып тора – туҡыма дымды шунда уҡ һеңдерә һәм парға әйләндерә.  

Сеймал Төркиәнән һатып алына. Яҡын киләсәктә фабрикала яңы технологияны үҫтерергә һәм бамбуктан изделиелар ассортиментын киңәйтергә, атап әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар колготкиҙары етештереүҙе юлға һалырға планлаштыралар.