Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы тәүге белгестәрен сығарҙы

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы тәүге белгестәрен сығарҙы. Дипломдар тапшырыу тантанаһы Сибай ҡалаһы хакимиәтендә үтте. Сығарылыш студенттарын ҡотларға филиалдың беренсе директоры Ғайса Хәсәнов һәм уның әлеге етәксеһе Йәлил Һөйөндөков килде.  

Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы республиканың алыҫ райондарынан йәштәргә юғары аграр белем биреү маҡсатында Сибайҙа 2005 йылда ойошторолған.

Бөгөн филиалдың көндөҙгө бүлегендә студенттарға «Агрономия», «Ветеринария», «Зоотехника», «Ауыл хужалығын механикалаштырыу», «Ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматлаштырыу», «Предприятиела иҡтисад һәм идара», «Бухгалтер иҫәп-хисабы, анализ һәм аудит» белгеслектәре буйынса белем бирелә. Бер йыл эшләгәндән һуң филиал  «Ауыл хужалығын механикалаштырыу», «Ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматлаштырыу», «Предприятиела иҡтисад һәм идара», «Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы», «Урман хужалығы», «Бухгалтер иҫәп-хисабы, анализ һәм аудит» кеүек алты белгеслек буйынса студенттарҙы ситтән тороп уҡыуға ҡабул итә башланы.

Әлеге ваҡытта филиалда дүрт кафедра эшләп килә, етди уҡыу-матди база булдырылған, студенттарҙың 80 процентын йәлеп иткән йәмәғәт профессиялар факультеты эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть