7 декабрь, Шаршамбы

19 июль 2010 йыл, 10:55

Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Президенты вәкәләттәре йөкмәтелде

автор: Алик Шакиров

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында депутаттар Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен йөкмәтте. Башҡортостан парламентының 105 депутаты уның кандидатураһы өсөн берҙәм тауыш бирҙе. Шунда уҡ Рөстәм Хәмитов республиканың дәүләт телдәрендә ант бирҙе.