6 декабрь, Шишәмбе

19 июль 2010 йыл, 10:45

«Байыҡ» еңеүселәре аталды

автор: Эльвира Латипова

«Байыҡ» II Республика балалар башҡорт бейеүҙәре конкурсы еңеүселәре иҫәбенә 70 солист, дуэт һәм триола ҡатнашыусы, ун ансамбль һәм дүрт хореограф инде.

Был тиклем лауреаттар һанына ғәжәпләнерлек түгел: финалда 200-ҙән ашыу йәш бейеүсе ҡатнашты. Улар йәш категориялары буйынса бүленде: 3-тән 10 йәшкә һәм 10-дан 15 йәшкә тиклемге. Конкурс 16 номинация буйынса үткәрелде, улар араһында «Өмөт», «Йыл асышы», «Мөләйемлелек», «Тамашасы һөйөүе призы», «Ир-егеттәр бейеүе традицияларын һаҡлаған өсөн», «Сюжетлы бейеү», «Яңылыҡ» һәм башҡалар.

Гран-приға лайыҡ иң яҡшы ансамбль тип Ишембай районынан «Тәйрүк» танылды. Беренсе урынды Хәйбулла районының «Йондоҙсоҡ» коллективы яуланы, икенсене — «Ынйыҡай» (Сибай), өсөнсө урынды – «Малайҙар» (Ейәнсура районы).

Кесе йәштәгеләр төркөмөндә Учалы районынан Фидель Кәримов Гран-при яуланы. Беренсе урында – Белорет районынан Айгиз Мортазин һәм Сибайҙан Алина Афзалова менән Хәлил Үтәбаев составындағы дуэт. Икенсе урынды жюри Учалы районынан Наҙгөл Зәйнәшеваға бирҙе, өсөнсөнө – Сибайҙан Динар Баязитовҡа, Бөрйән районынан Айсар Нәбиуллинға һәм Йылайырҙан Ғәҙел Шаһиевҡа.

Өлкән йәштәгеләр төркөмөндә Гран-приға Йылайыр районынан Мөхәмәт Нәзиров эйә булды. Беренсе урынды Әбйәлил районынан Илдар Шакиров һәм Учалы районынан ижади трио: Яна Хөснөтдинова, Ләйлә Ситдиҡова һәм Карина Ғәйнетдинова яуланы. Икенсе урында – Дүртөйлө районынан Артур Рәхимйәнов, Әбйәлилдән Гүзәлиә Әхмәтйәнова, шулай уҡ Йылайырҙан трио: Алмас Такалов, Рәсим Сыңғыҙов һәм Филүс Ғәлиәскәров. Өсөнсө урынды Өфөнән Диана Айытҡолова, Йәрмәкәй районынан Руслан Мөхәмәтшин менән Эльвира Мөхәмәтйәнова составындағы дуэт һәм Бөрйән районынан трио: Диана Вәлитова, Дилбәр Хәкимова, Наилә Нурдәүләтова алды.

Коллективтар етәкселәре араһында Артур Мөхәмәтйәнов (Ишембайҙан «Тәйрүк») һәм Зөлфиә Ҡолбәйетова (Учалынан «Сулпылар») айырылып торҙо. Хореографтар араһында Йылайыр районынан Азамат Кәримов һәм Белореттан Рәйес Низаметдинов иң яҡшылар тип танылды.