11 декабрь, Йәкшәмбе

19 июль 2010 йыл, 9:25

Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Рөстәм Хәмитовтың кандидатураһы индерелде

автор: "Башинформ"

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев шәмбе көнө, 2010 йылдың 17 июлендә, Рөстәм Хәмитовҡа республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн уның кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарауына индерҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы тәҡдим иткән дүрт кандидатуранан дәүләт башлығы Рөстәм Хәмитовты һайланы.

Бындай сәйәси процедура 1999 йылдың 6 октябрендәге «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу (вәкәләтле) һәм башҡарма дәүләт власы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 184-се Федераль закондың 18-се статьяһына һәм 2001 йылдың 11 июлендәге «Сәйәси партиялар тураһында» 95-се Федераль закондың 26-сы статьяһына ярашлы үтә.  

Бөгөн, 19 июлдә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) Башҡортостан парламентының егерме туғыҙынсы (сираттан тыш) ултырышы үткәреләсәк, унда Башҡортостан Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Рөстәм Хәмитовтың кандидатураһы индереләсәк тә.