3 декабрь, Шәмбе

16 июль 2010 йыл, 17:34

«Байыҡ» еңеүселәре шәмбе көнө билдәле буласаҡ

автор: Ольга Мортазина

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында «Байыҡ» балалар конкурсының шәмбе көнө үтәсәк гала-концертына әҙерлек дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был Республика башҡорт бейеүе конкурсы, унда 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша.

— Кисә беҙ балалар ансамблдәре етәкселәре өсөн консультациялар үткәрҙек, — тип һөйләне жюри ағзаһы, республиканың халыҡ артисы һәм  Стәрлетамаҡ филармонияһы балетмейстеры Риф Ғәбитов. — Хореография күп төрлө булһа яҡшы булыр ине, һәм беҙ балетмейстер эшенең яңы формаларын, яңы материалдар тәҡдим иттек. Балаларҙың әҙерлек кимәле төрлө, әлбиттә. Үҙенсәлекле эштәрҙе күреү бик күңелле, мәҫәлән, Учалы районынан Зөлфиә Ҡолбайетова ҡуйған номер беҙҙе таң ҡалдырҙы.

Мораҡ гимназияһы бинаһына урынлаштырылған йәш бейеүселәрҙең бөгөнгө көнө репетицияларға арналған. Ә ҡунаҡтар — башҡа төбәктәр вәкилдәре — тыуған яҡты өйрәнеү музейына һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркына экскурсияға юл алды. Ошонда уҡ, иҫ киткес тәбиғәт ҡосағында, 17 июлдә гала-концерт үтәсәк һәм еңеүселәрҙең исемдәре аталасаҡ.