10 декабрь, Шәмбе

16 июль 2010 йыл, 16:54

Туймазы районында геологтар һәм геофизиктар араһында спартакиада тамамланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Туймазы районында Башҡортостан Республикаһы геологтары һәм геофизиктарының традицион йәйге спартакиадаһы үткәрелде. Был күмәк спорт-сәләмәтләндереү сараларына 30 йыл тула. Спартакиаданы төп ойоштороусылар булып БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы һәм «ВНИИГИС» Фәнни-производство предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте тора.

Бөтәһе биш команда ҡатнашты, улар туғыҙ спорт төрөндә ярышты: ҡатнаш эстафета, 100 һәм 500 метрға йүгереү, футбол, волейбол, балыҡ тотоу, армрестлинг, гер күтәреү, арҡан тартышыу һәм шахмат.

Спартакиада ысын мәғәнәһендә команда рухын, конкуренцияның үҫә барыуын һәм ҡатнашыусылар составының етди йәшәреүен күрһәтте. Йыйылған мәрәйҙәр һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды һәм кубокты «ВНИИГИС» Фәнни-производство предприятиеһының берҙәм командаһы яуланы. Уларҙан ҡала Өфө командалары урын алды: «Башнефтегеофизика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Нефтегеофизика Фәнни-производство комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. “Башнедра” командаһы ярайһы уҡ спорт ҡаҙаныштарына өлгәшеүен күрһәтте. Ул ҡатнаш эстафетала еңеүгә өлгәште, шулай уҡ футболда һәм волейболда призлы урындар яуланы.