9 декабрь, Йома

16 июль 2010 йыл, 16:28

Өфөлә “Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмә-йәрминкәһе үткәрелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң “Ҡунаҡһарай” сауҙа-эшлекле комплексында ҡулдан эшләнгән изделиеларҙан «Оҫталар ҡалаһы» күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Унда Башҡортостан оҫталарының ҡулдан эшләнгән уникаль изделиелары ҡуйылған.  

— Күргәҙмә-йәрминкәләге бөтә тауарҙар берҙән-бер данала эшләнгән, — ти ойоштороусы фирма вәкиле Марина Малых. – Беҙгә кеше күп килә. Улар үҙҙәренә оҡшаған, шулай уҡ бүләккә тип әйберҙәр һатып ала. Авторҙар эштәре араһында мәрйендән, полимер балсыҡтан яһалған изделиеларҙы айырып күрһәтергә мөмкин. Тәүге тапҡыр беҙҙә биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрө булараҡ ағасҡа һырлап эшләнгән әйберҙәр ҡуйылды. Һабын ҡайнатыусыларыбыҙ яңылыҡ индерә. Улар материал сифатында киптерелгән үләндәрҙе файҙалана.  

Күргәҙмәлә шулай уҡ дизайнер баш кейемдәре табырға мөмкин, уларҙы башҡорт оҫталары еңел трикотаждан эшләгән.

«Оҫталар ҡалаһы» — был мастер-кластар үткәреү майҙансығы ла. Был юлы бында кейеҙ баҫыу буйынса мастер-класҡа яҙыу әүҙем бара.  

Күргәҙмәлә республиканың күп ҡалаларынан оҫталар ҡатнаша. Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, күрше төбәктәр, атап әйткәндә, Силәбе өлкәһе вәкилдәре лә ҡыҙыҡһына башланы.