5 декабрь, Дүшәмбе

16 июль 2010 йыл, 16:12

Минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы хаҡы июндә 2023 һум 59 тин тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда июндә бер айға иҫәптә иң аҙ аҙыҡ-түлек продукттары тупланмаһы хаҡы 2023 һум 59 тин тәшкил итте. Рәсәй буйынса уртаса был күрһәткес июнь йомғаҡтары буйынса — 2344,6 һум кимәлендә.

Уҙған ай эсендә статистиктар бик күп төбәктәрҙә аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡының артыуын теркәгән. Мәҫәлән, ошондай уҡ аҙыҡ-түлек тупланмаһы хаҡы майҙа республикала 1988 һум тәшкил иткән, ә Рәсәй буйынса уртаса – 2316,8 һум.

Элеккесә иң ҡиммәт аҙыҡ-түлек тупланмаһы — Чукотка автономиялы округында: 6753,57 һум. Бындай тупланма өсөн Магадан өлкәһендә дүрт мең һумдан ашыу аҡсаңды сығарып һалырға тура киләсәк.

Беҙҙең күршеләрҙә  стандарт тупланманың хаҡы төрлөсә: Ырымбур өлкәһендәге 1911 һумдан Пермь крайында 2247 һумға тиклем үҙгәрә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы хеҙмәт йәшендәге ир-егет өсөн иң кәм аҙыҡ-түлек тупланмаһы нигеҙендә айҙың уртаса хаҡтары буйынса иҫәпләнә һәм был күрһәткес йәшәү минимумы күләмен билдәләүсе элемент итеп ҡаралмай.