9 декабрь, Йома

16 июль 2010 йыл, 15:09

Рөстәм Хәмитов федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты

автор: Алик Шакиров | фото: Андрей Старостин

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашты. Унда РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников ҡатнашты.

Баш мөхәррирҙәргә мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов үҙенең асыҡ кеше булыуын, киң мәғлүмәт сараларының ролен яҡшы аңлауын, шуға күрә уның өсөн матбуғат менән аралашыу, ниндәй генә вазифа биләһә лә, эшендә мотлаҡ шарт, төп өҫтөнлөктәрҙең береһе булыуын билдәләне.  

БР Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Башҡортостан уның өсөн – тыуған йорт, бында ул оҙаҡ йылдар төрлө вазифаларҙа эшләүе, һуңынан Мәскәүҙә оҙайлы командировкала булыуы, һәм бына ҡайтанан тыуған йортона әйләнеп ҡайтыуы һәм бында үҙен бик уңайлы тойоуы хаҡында айырып билдәләне. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың ҙур тәжрибәһе талап ителәсәкме, тигән һорауына Рөстәм Хәмитов шулай тип яуап бирҙе:

— Мортаза Ғөбәйҙулла улы республиканан бер ҡайҙа ла китмәй, ул бында ҡала, һәм уның аҡыллы сәйәсмән, ҙур етәксе булараҡ баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе мотлаҡ талап ителәсәк. Беҙ уның менән 20 йыл таныш, һәм беҙҙең бер ниндәй ҙә антагонистик ҡаршылыҡтарыбыҙ юҡ.

Рөстәм Хәмитов мөхәррирҙәр менән яҡын араға пландары, беренсе сиратта ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеге хаҡында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм киң мәғлүмәт саралары уға бында кәрәкле ярҙам күрһәтеренә ышаныс белдерҙе.