5 декабрь, Дүшәмбе

16 июль 2010 йыл, 14:52

Сибайҙа тирмәләр конкурсы иғлан ителгән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ҡаланың 55 йыллығын байрам итеү уңайынан Сибайҙа тирмәләр конкурсы иғлан ителгән. Унда ҡатнашырға теләк белдергән предприятие һәм ойошмалар коллективтарына «Сибай йыйыны — 2010» байрамында халыҡтарҙың милли йолаларын һәм көнкүрешен сағылдырасаҡ ихатаһы менән бергә боронғо башҡорт тирмәләрен йәки рус йортон әҙерләп күрһәтергә кәрәк буласаҡ.  

Конкурста ҡатнашыусыларға тирмә йәки рус өйөн биҙәү өсөн түбәндәге темаларҙың береһен һайларға тәҡдим ителгән: «Урал батыр» эпосы, тарихи шәхестәр тормошонан ышаныслы факттарҙы сағылдырыусы шәжәрә, ҡаланың 55 йыллығы, Әхмәтзәки Вәлиди тыуыуына 120 йыл, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 20 йыллығы. Бынан тыш, конкурста ҡатаншыусы һәр коллектив концерт әҙерләргә бурыслы.  

Конкурс еңеүселәре өс төркөмдә билдәләнәсәк – урта дөйөм белем биреү һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары араһында, юғары уҡыу йорттары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары араһында, предприятиелар һәм ойошмалар араһында.

Баһа ҡуйылғанда тирмә йәки йорттоң эске һәм тышҡы биҙәлеше, милли аш-һыуҙың төрлөлөгө, бирелгән теманы асыу кимәле һәм коллективтарҙың ҡунаҡтарға халыҡ йолаһын еткерә белеүе иҫәпкә алынасаҡ.

Конкурс еңеүселәре 11 сентябрҙә Сибай ҡалаһының “Труд” стадионында үтәсәк  «Сибай йыйыны — 2010» байрамында билдәләнәсәк.

темалар: конкурстар