Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Башкиргражданпроект» йәмғиәте Паралимпиясылар әҙерләү үҙәге проектын тамамлай

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың июль аҙағында «Башкиргражданпроект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Паралимпиясылар әҙерләү үҙәге проектын тамамларға ниәтләй. Был турала «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә предприятиеның баш архитекторы Илдар Ибраһимов хәбәр итте.

— Белгестәребеҙҙең төп көстәре ошо проект буйынса эшләүгә йүнәлтелгән, — тине ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Паралимпиясылар өсөн спорт әҙерлеге үҙәге Өфөнөң Затон биҫтәһендә Ҡамышлы урамында барлыҡҡа килергә тейеш. Төҙөлөш үҙе киләһе йылда башланасаҡ. Комплекс төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бер нисә залдан торасаҡ. Трибунала тамашасылар өсөн урындар иҫәбе – 1500. Ҡоролма шулай уҡ табип-тергеҙеү үҙәген һәм 200 урынлыҡ ҡунаҡхана төҙөүҙе күҙаллай.  

Илдар Ибраһимов әйтеүенсә, был «Башкиргражданпроект» архитекторҙары көс түккән берҙән-бер спорт комплексы түгел. Әлеге ваҡытта «Өфө-арена»ның икенсе сираты һәм Стәрлетамаҡта төҙөлә башлаған Спорт һарайы өҫтөндә лә эш тамамланған.  

Өфө компанияһы йәнә 15-17 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Зодчество-2010» Бөтә Рәсәй конкурсына әҙерләнә. Был Рәсәй төбәктәре һәм ҡалалары проект институттары һәм ижади коллективтарының ҡала төҙөлөшө һәм архитектура буйынса  эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен бер юлы күреп булған берҙән-бер һәм иң ҙур күргәҙмә майҙансығы.

—  Уҙған йылда «Башкиргражданпроект» вәкилдәре «2007-2009 йылдарҙағы архитектура эштәренә смотр-конкурс» номинацияһында өсөнсө урын алды, — тип һөйләне Илдар Ибраһимов. – Беҙҙе Өфөнөң Киров районы Цюрупа урамындағы эш үҙәге проекты өсөн билдәләнеләр.  Беҙҙең компания был фестивалдә йыл һайын ҡатнаша. Әлеге ваҡытта заявка ебәргәнбеҙ һәм был юлы ла беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫтар, тип өмөтләнәбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть