10 декабрь, Шәмбе

16 июль 2010 йыл, 12:44

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе 85 йыллығын билдәләй

автор: Любовь Колоколова, Эльвира Латипова

Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә предприятиеның 85 йыллығын байрам итәләр.

Байрам программаһында «ОПК «Оборонпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Андрей Реус, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы Герман Мартынов, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров һәм генераль директор Александр Артюхов етәкселегендә ӨМЭПБ менеджменты ҡатнаша.

Өфө моторҙар эшләүселәре өсөн был көн берекмәнең 85 йыллыҡ юбилейы булыуы менән генә әһәмиәтле түгел. Бөгөн Рәсәйҙә беренсе һәм Европала дүртенсе газотурбина двигателдәре компрессорҙарының монотәгәрмәстәрен әҙерләү өсөн линия иретеп йәбештереү эксперимент  участкаһы асыласаҡ. Рәсәй Оборона министрлығының дәүләт заказы буйынса күп маҡсатлы Су-35 истребителе өсөн беренсе сериялы 117С двигателен һынап ҡараясаҡтар. Шулай уҡ хәҙерге заман газотурбина двигателдәре, шул иҫәптән бишенсе быуын двигателдәре етештереү өсөн турбина һәм компрессорҙар роторҙары комплексын йыйыу производствоһын асыу юбилей программаһының бер өлөшө булып торасаҡ.

Ошо уҡ көндө “ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә отличие билдәләре һәм Хөрмәт грамоталары тапшырыу тантанаһы ла үтәсәк.