4 декабрь, Йәкшәмбе

16 июль 2010 йыл, 12:02

Тимер юлда ҡайһы бер санитария ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың 12 июленән тимер юл транспортында пассажирҙар йөрөтөүҙе ойоштороу буйынса санитария ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелде. РФ баш дәүләт санитар врачының 2010 йылдың 16 июнендәге 68-се "2.5.2647-10 ҡарарҙы раҫлау тураһында" тейешле ҡарар РФ Юстиция министрлығында 2010 йылдың 10 июлендә 17750-се номер менән теркәлде.

Күп һанлы үҙгәрештәр, атап әйткәндә, вокзалдарҙы елләтеүгә, йылытыуға, кондициялауға, яҡтыртыуға, планлаштырыуға, локомотив пассажир вагондарын конструкциялауға, планлаштырыуға һәм йыһазландырыуға талаптарға ҡағыла.