6 декабрь, Шишәмбе

16 июль 2010 йыл, 11:42

Федоровка районында «Йәш геологтар» лагерының республика слеты тамамланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Федоровка районында Башҡортостан ҡала һәм ауылдарынан 20 команда ҡатнашҡан  XXIV «Йәш геологтар» Республика ялан профилле лагеры эшен тамамланы.

Лагерҙы ойоштороусы булып, дәрестәр үткәреүҙә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты һәм башҡа ғилми үҙәктәр һәм ойошмаларҙың алдынғы белгестәренең әүҙем ҡатнашлығында, БР Мәғариф министрлығы сығыш яһаны.  БР буйынса буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы һәм бер нисә геология предприятиелары бағыусы ярҙамын күрһәтте.

Слетта мәктәп, гимназиялар һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Сараға әҙерлек йыл дауамында алып барылған. Балалар берекмәләр һәм түңәрәктәр дәрестәрендә геология нигеҙҙәрен өйрәнгән, һәр төрлө конкурстарҙа, конференция һәм олимпиадаларҙа ҡатнашҡан. Һәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһендә уҡыусылар ялан профилле лагерында ҡатнашыуға ирешкән.

Слетта киләһе йылдың авгусында Томскиҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй геология олимпиадаһында ҡатнашыуға һайлап алыуға ярыштар үтте.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, слет программаһына геология маршруты, минералогия һәм геологияның башҡа өлкәләре буйынса ярыштар һәм конкурстар индерелгән булған. Командалар күргәҙмә материалдары менән таныштырған һәм йыл дауамында алып барған ялан һәм тикшеренеү эштәре буйынса отчеттарын яҡлаған.

Һөҙөмтәлә Туризм һәм крайҙы өйрәнеү үҙәгенең “Гелиос” командаһы (Салауат) беренсе урын яулаған. Икенсе урын— Өфөнөң 40-сы мәктәбенең «Контакт» командаһында. Почетлы өсөнсө урын «ВНИИГИС» фәнни-производство предприятиеһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте командаһына эләккән (Октябрьский).