10 декабрь, Шәмбе

16 июль 2010 йыл, 9:58

«Сәләмәтлек маршруты» хәрәкәтен дауам итә

автор: Юлай Мәғсүмов | фото: Роман Покотило

«Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Мәләүез районы хакимиәте ҡатнашлығында Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы менән ойошторолған «Сәләмәтлек маршруты» наркотиктарға ҡаршы күләмле акцияһы республика буйынса хәрәкәтен дауам итә.

Акцияның күсмә бригадаһы 19 июлдә «Дуҫлыҡ» балалар һауыҡтырыу лагерына бара, ә 21 июлдә – Мәләүез районының Нөгөш ауылына.  

Бындай акциялар ваҡытында наркология кабинеттары белгестәре, Социаль-медицина ярҙамы үҙәге психологтары һәм наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәләр ойошторола.

Йәйге осорҙа агитацион автобус «Сәләмәтлек маршруты» буйынса Башҡортостандың байтаҡ ҡалалары һәм ауылдары аша үтәсәк, тип хәбәр иттеләр  «Башинформ» агентлығына Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.