8 декабрь, Кесе йома

16 июль 2010 йыл, 9:52

Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итте

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Сочиҙа үҙенең «Бочаров ручей» резиденцияһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовты ҡабул итте. Осрашыуҙа Рәсәй Президенты Башҡортостан Республикаһы Президентын отставкаға ебәрҙе.

Дәүләт башлығы Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Президенты вазифаһында эшләгәне, республиканың социаль иҡтисади үҫешенә һәм федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.  

— Һеҙҙең етәкселек аҫтында Башҡортостан оҙаҡ ваҡыт үҫеште һәм хәҙер был яҡшы үҫешкән, тормош кимәле юғары булған республика — Рәсәй Федерацияһы субъекты, — тине Дмитрий Медведев.

Рәсәй Президенты һүҙҙәренә ҡарағанда, Мортаза Рәхимов Башҡортостанға бик ҡатмарлы йылдарҙа етәкселек итте. "Хәҙер хатта көрсөк булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла һәйбәт. Ләкин 90-сы йылдарҙа бик ҡатмарлы булды", — тип билдәләп үтте дәүләт башлығы.  

Рәсәй Президенты, Мортаза Рәхимов артабан да үҙ республикаһына һәм Рәсәй Федерацияһына хеҙмәт итер, тигән ышаныс белдерҙе.

Мортаза Рәхимов, Башҡортостандың сәскә атыуында уның ғына түгел, шулай уҡ федераль властарҙың да ҡаҙанышы ҙур, сөнки федераль органдар ваҡытында ярҙам күрһәтте, шул иҫәптән 90-сы йылдарҙа ла, тип билдәләне. Мортаза Рәхимов Башҡортостан президенты вазифаһынан киткәс тә мөмкин тиклем республикаға ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

Осрашыуҙа Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовты Рәсәйҙең юғары ордены – I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградлау тураһында Указға ҡул ҡуйыуы тураһында хәбәр итте.

Рәсәй Федерацияһы Президентының «Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында» Указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Рөстәм Зәки улы Хәмитов тәғәйенләнде. Әлеге ваҡытҡа тиклем Рөстәм Хәмитов "РусГидро" асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән.