9 декабрь, Йома

15 июль 2010 йыл, 17:21

«Салауатнефтеоргсинтез» артып ҡалған конверсия газын Стәрлетамаҡҡа оҙатасаҡ

автор: Эльвира Латипова

«Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте конверсия газының артып ҡалған өлөшөн сәнәғәт ихтыяжында ҡулланыуға «Каучук» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә оҙатасаҡ. Тейешле килешеүгә Салауат һәм Стәрлетамаҡ предприятиелары техник директорҙары һәм белгестәренең эш осрашыуында ирешелгән.

«Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, булған коммуникациялар буйынса газ водород алыу маҡсатында ебәреләсәк. Проектты ғәмәлгә ашырыу ике предприятиеның да етештереү һөҙөмтәлелеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, тип көтөлә.