4 декабрь, Йәкшәмбе

15 июль 2010 йыл, 16:37

Санаторийҙар етәкселәре бюджеттарын планлаштырырға өйрәнә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Ришат Миңлейәров

БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығында республика санаторийҙары — дәүләт унитар предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре өсөн семинар үтә. Унда республиканың 12 шифаханаһы етәксеһе ҡатнаша. Төп тема – хәҙерге ойошма эшмәкәрлегендә бюджетты планлаштырыу роле. БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Йәмил Садиҡов хәбәр итеүенсә, хәҙер ҡайһы бер дәүләт унитар предприятиелары араһында бюджетты планлаштырыу системаһында проблемалар бар.

— Күп предприятиелар үҙ финанс средстволарын бүлә һәм сығымдарҙы контролдә тота белмәй, — тип билдәләне ул. – Ойошмалар уҙа барһа яҡындағы йылға бурыстарҙы планлаштыра. Бындай алым ҡулайлы түгел. Һәр коммерция структураһының бер нисә йыл алға компанияны үҫтереү буйынса аныҡ бизнес-планы бар. Дәүләт унитар предприятиелары был яҡтан ҡалыша. Бөгөн һүҙ, башлыса, миҙгелле эшләгән дәүләт санаторийҙары тураһында бара. Мәҫәлән, бындай шифаханалар эш, тимәк, килем дә кәмегән ҡышҡы осорҙа средстволарҙы экономиялау буйынса бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Аҡсалары булған саҡта улар уны рациональ файҙаланмай: территориялар һатып ала, ә улары аҙаҡтан буш ята, путевкаларға хаҡтарҙы арттыра һәм башҡалар. Шуға күрә беҙҙең ведомство предприятиелар һығылмалы хаҡтар системаһын планлаштыра алһын өсөн тармаҡтар буйынса әүҙем эш алып бара. Бөгөнгө семинар — был йүнәлештә дәүләт унитар предприятиелары менән ошондай үҙ-ара эш итеү формаларының береһе.