5 декабрь, Дүшәмбе

15 июль 2010 йыл, 15:51

Йәш бейеүселәр оҫталарҙан кәңәш алды

автор: Ольга Мортазина

Күгәрсен районында «Байыҡ» Республика балалар башҡорт бейеүҙәре конкурсының финал көндәре дауам итә.

Бөгөн көндөң тәүге яртыһында мастер-кластар үтте, уларҙы танылған бейеүселәр Радмир Бәҙретдинов, Риф Ғәбитов, Рәшиҙә Туйсина, Зинфира Абдулхаҡова үткәрҙе. Улар –конкурс жюрийы ағзалары һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең легендар солистары. Мэтрҙар финал номерҙарын ҡараны һәм йәш бейеүселәргә һәм уларҙың педагогтарына консультациялар бирҙе. Шулай уҡ мастер-класта хореографтар — башҡа төбәктәрҙән — Дағстандан һәм Чечнянан саҡырылған коллективтар етәкселәре лә ҡатнашты.  

Көндөң икенсе яртыһында, бер аҙ ял иткәндән һуң, балалар репетицияларын дауам итте. Еңеүселәрҙең исемдәре 17 июлдә, шәмбе көнө, гала-концертта иғлан ителәсәк. Финалда 230 бала ҡатнаша.