11 декабрь, Йәкшәмбе

15 июль 2010 йыл, 15:29

«Ласселсбергер» Көйөргәҙе районында утҡа сыҙамлы балсыҡ сығарыу хоҡуғы алды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Көнбайыш-Сораҡай майҙанында утҡа сыҙамлы балсыҡ ятҡылығын геологик өйрәнеү, тикшереү һәм сығарыу маҡсатында ер аҫты менән файҙаланыу хоҡуғына аукцион һөҙөмтәләре иғлан ителде. Был участка Башҡортостандың Көйөргәҙе районы территорияһында урынлашҡан.  

БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сауҙалашыуҙа ике дәғүәсе: «Ласселсбергер» һәм «ЛБ Калуга» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре ҡатнашты.

Аукционда 1 теркәү һаны аҫтында ҡатнашҡан һәм 728 мең һум күләмендә (старт хаҡы 560 мең һум) бер тапҡыр түләү индерергә әҙерлеген раҫлаған  «Ласселсбергер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеүсе тип танылды.

Австрияның «Ласселсбергер» компанияһы Башҡортостан территорияһында йылына 20 миллион квадрат метр продукция ҡеүәте менән Рәсәйҙә керамик плитка етештереү буйынса иң ҙур завод төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыуы менән билдәле.