6 декабрь, Шишәмбе

15 июль 2010 йыл, 14:57

Иген урып йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса республика семинар-кәңәшмәһе

автор: Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латипова

Бөгөн ике хужалыҡ: Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида» крәҫтиән-фермер хужалығы һәм Ауырғазының «Урожай» ауыл хужалығы производство кооперативы базаһында ҡоролоҡ шарттарында иген культураларын урып йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләре буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үткәрелә.

Кәңәшмә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, ҡала һәм райондар хакимиәт башлыҡтары, белгес-аграрийҙар ҡатнашлығында үтә. Улар ҡоро йылдарҙа ужым культураларының өҫтөнлөктәре, күпме уңыш көтөлөүе хаҡында һөйләшәләр. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн хәҙерге заман ауыл хужалығы техникаһын һәм, ҡатмарлы климат шарттарын иҫәпкә алып, иген һәм мал аҙығы культураларын йыйып алыу алымдарын күрһәтеү ойоштороласаҡ.