4 декабрь, Йәкшәмбе

15 июль 2010 йыл, 14:52

Башҡортостан Дәүләт торлаҡ инспекцияһында күсмә инструменталь лаборатория буласаҡ

автор: Эльвира Латипова

БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһында «Газель» автомобиле нигеҙендә күсмә инструменталь лаборатория буласаҡ.

Республика Хөкүмәте был маҡсатҡа ҡаҙна средстволарын бүлде. Күсмә лаборатория инспекцияға торлаҡ өлкәһендә дәүләт контролен һөҙөмтәлерәк итергә мөмкинлек бирәсәк, тимәк, граждандар мөрәжәғәттәре менән объектив һәм етеҙ эшләйәсәк, уларҙың мәнфәғәтен күҙәтәсәк.

Бөгөнгө көндә Дәүләт торлаҡ инспекцияһы автомобиль һәм контроль яһау приборҙарын һатып алған да инде.