8 декабрь, Кесе йома

15 июль 2010 йыл, 14:32

Игенде урып йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үтә

автор: Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латипова

Ҡоролоҡ шарттарында иген культураларын урып йыйыуҙы һәм мал аҙығы әҙерләүҙе ойоштороу мәсьәләләре буйынса республика семинар-кәңәшмәһе бөгөн бер юлы ике хужалыҡ нигеҙендә — Ҡырмыҫҡалы районының “Артемида” крәҫтиән-фермер хужалығында һәм Ауырғазының “Уңыш” ауыл хужалығы предприятиеһында үтә.

Кәңәшмә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, аграр белгестәр ҡатнашлығында үтә. Улар ҡоролоҡ йылдарында ужым культураларының өҫтөнлөгө, буласаҡ уңыш хаҡында һөйләй. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн яңы ауыл хужалығы техникаһы һәм ябай булмаған климат шарттарын иҫәпкә алып иген һәм мал аҙығы культураларын урып йыйыу алымдары демонстрацияһы ойошторолған.

Тулыраҡ мәғлүмәт – «Башинформ» агентлығының киләһе хәбәрҙәрендә.