5 декабрь, Дүшәмбе

15 июль 2010 йыл, 13:29

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ярҙам итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

автор: Михаил Сытин

Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының матди-техник базаһын нығытыу буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Дауахана ихтыяжын тиҙ арала хәл итеү тураһында Премьер-министр кисә, 14 июлдә, клиникаға визиты барышында белдергәйне.

Нейрореабилитация, отоларингология, неврология, гематология һәм эндокринология бүлексәләре урынлашҡан биш ҡатлы терапия корпусына капиталь ремонт тамамланмаған әле. Бөгөнгө кәңәшмәлә терапия корпусына капиталь ремонтты тамамлау өсөн тейешле средстволар – 37 миллион һум бүлеү тураһында ҡарар ителде.  

Ремонт 186 хеҙмәткәр йәшәгән пансионат корпусында ла үткәреләсәк. Бында республика райондарынан килгән ауырыуҙар ҙа туҡтай.

Әлеге мәлдә 119 медик «Үҙ йортом» программаһы буйынса торлаҡҡа документтар йыя, әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәнә 90 доктор һәм 185 хеҙмәткәр фатир алыуға һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Премьер был мәсьәләне бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән льготалы тәьмин итеү схемаһы буйынса хәл итергә ҡушты.  

Яҡын арала республика дауаханаһын кәрәкле медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк.

Уҙған йылда Башҡортостан бюджеты гематология бүлексәһендә асептик блок асыуҙы финанслағайны һәм хәҙер унда  яңы ғына химиотерапия үткән, сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған пациенттар дауалана. Гематологик пациенттарҙы тулы кимәлдә дауалау өсөн лейкоз менән ауырыусыларҙы дауалауҙа ҡулланылыусы медицина ҡорамалдары талап ителә.

Ә инсульт үткәргән пациенттар ятҡан неврология бүлексәһенең инсульт блогы өсөн йәнә ике кардиомонитор һәм бер күтәргес кәрәк – уның ярҙамында урынынан ҡуҙғала алмаған сирлеләр ванна инә аласаҡ.

Бындай блоктар Рәсәйҙең бер нисә дауаханаһында ғына бар. Улар арҡаһында пациенттарҙың иҫән ҡалыу һәм сәләмәтлеген тергеҙеү күрһәткестәре күпкә юғары: инсульт үткәргәндәр менән невролог, психолог, реаниматолог һәм башҡа төрлө белгестәр эшләй.  

Баш һәм арҡа мейеһенә операция үткәргән пациенттар дауаланған нейрореабилитация бүлексәһенә йәшәүҙе тәьмин итеүсе органдарҙың нормаль эшләүен тергеҙеү өсөн реабилитацион ҡорамалдар һатып алыу мөһим – уларҙы бында ысын мәғәнәһендә яңынан атларға өйрәтәләр һәм ҡәҙимге тормошҡа ҡайтаралар.