4 декабрь, Йәкшәмбе

15 июль 2010 йыл, 13:20

Башҡортостан парламентының сираттан тыш ултырышы ҡоролоҡ проблемаһына арналды

автор: Николай Ермоленко | фото: Андрей Старостин

БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда Башҡортостан парламентының сираттан тыш, 28-се ултырышы үткәрелде. Унда ҡаралған төп мәсьәлә булып “хөкүмәт сәғәте” сиктәрендә тәҡдим ителгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың «БР Хөкүмәтенең ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеү һәм 2010 йыл уңышын һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлеге тураһында» отчеты торҙо.

Май уртаһынан Башҡортостан территорияһында ҡоро эҫе көндәр тора. Вегетация осоро башланғандан алып ни бары 18 миллиметрҙан 50 миллиметрға тиклем яуым-төшөм яуҙы йәғни норманан 15-48 процент, — тип хәбәр итте Премьер-министр. – Республика буйынса ауыл хужалығы культуралары 1 238 мең гектар майҙанда һәләк булды. 300 мең гектарҙан ашыу сәсеүлектәр (башлыса яҙғы бойҙай) шытым бирмәне. 200 мең гектар ужым культуралары, 325 мең гектар яҙғы иген культуралары һәләк булды.

Килеп тыуған шарттарҙа республика Хөкүмәте ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеп сығыу һәм 2010 йыл уңышын һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрә.

Республика Хөкүмәтенең 2010 йылдың 22 июнендәге бойороғо менән 54 муниципаль район һәм өс ҡала округы территорияһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ауыл хужалығы культуралары һәләк булыуҙан матди зыян 13,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Республика кимәлендә ауыл хужалығы техникаһы һәм тоҡомло мал һатып алыуға өс йылға тиклем ваҡытҡа элек бүленгән бюджет кредиттарының, лизинг түләүҙәренең ғәмәли ваҡытын оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Быйыл агросәнәғәт комплексына ярҙамға, капитал һалыуҙарҙы индереп, 12 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтергә планлаштырыла, шул иҫәптән тура субсидиялар 1 миллиард 915 миллион һум тәшкил итәсәк.

Һауа шарттары саранча һәм болон күбәләге кеүек айырыуса хәүефле ҡоротҡостарҙың таралыуына килтерҙе, улар 156 мең гектар майҙанда асыҡланды. Бөгөнгә 60 мең гектарҙан ашыу майҙан эшкәртелгән, был маҡсаттарға республика бюджетынан 13 миллион һум аҡса бүленгән.

Инә малды һаҡлау өсөн 2010 йылға мал аҙығы балансы төҙөлдө. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән фермер хужалыҡтарында бесән етешмәү — 48% (340 мең тонна), һалам – 38% (310 мең тонна), сенаж – 47% (1,1 млн. тонна), силос 46% (780 мең тонна) тәшкил итә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙағы талаптарҙы иҫәпкә алып, 555 мең тонна һалам, 1,4 млн. тонна бесән етешмәй.

Һалам һәм бесәндең етешмәгән өлөшөн төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙағы машина-технология станциялары (улар ҡарамағында 285 мең гектар ер) баҫыуҙарында 44 мең тонна күләмендә әҙерләргә планлаштырыла. Ҡалғанын Пермь крайында, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә мал аҙығы әҙерләү менән ҡапларға ниәтләйҙәр.

Раил Сарбаев депутаттарҙың республикала янғынға ҡаршы көрәш буйынса күрелгән сараларға, шулай уҡ икмәк продукцияһына тотороҡло ваҡлап һатыу хаҡтарын һаҡлау перспективаларына ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.  

Депутаттар ҡараған икенсе мәсьәлә – «Башҡортостан Республикаһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР Законының 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, закон проекты Рәсәй Федерацияһында дәүләт хеҙмәте системаһы тураһында федераль закон положениеларына нигеҙләнә, тип хәбәр итте. Беренсе уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң закон тулыһынса ҡабул ителде.