Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре яңы автомобилдәр алды

Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағына 23 яңы автомобиль ҡайтарылды. Эш техникаһы федераль ҡаҙна средстволары иҫәбенә һатып алынған.  Һигеҙ ВАЗ-21154 патруль машинаһы ЮХХДИ Идаралығына тапшырылған. Башҡа төрлө автотранспорт тәфтишселәр һәм дежур частар хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән.

РФ Эске эштәр министрлығы махсус бүлексәләре эшмәкәрлегенә оператив етәкселек итеү буйынса үҙәк начальнигы Владимир Горшуковтың хәбәр итеүенсә, әле ҡайтарылған техника — быйылғы йылда һуңғыһы түгел. Тәьмин итеү планы буйынса республикаға көҙгөһөн өҫтәмә махсус техника, шул иҫәптән бөтә ерҙән дә үтергә һәләтле машиналар ҡайтарыласаҡ.

«Рособоронзаказ» линияһы буйынса БР буйынса Эске эштәр министрлығын барыһы 51 автомашина менән тәьмин итеү планлаштырылған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть