8 декабрь, Кесе йома

16 июль 2010 йыл, 11:25

Башҡортостан белгестәрен АҠШ-ҡа бер йылға стажировкаға саҡыралар

автор: Юлай Мәғсүмов

Мәскәүҙәге АҠШ Илселеге Хьюберт Хамфриның 2011-2012 йылдарға иҫәпләнгән программаһы буйынса конкурс иғлан итте. Был программа Рәсәй төбәктәре белгестәренә ғилми эш үткәреү һәм һөнәри оҫталығын күтәреү өсөн АҠШ-ҡа бер йылға стажировкаға барыу мөмкинлеге бирә. Программа ғилми дәрәжә алыуҙы күҙалламаһа ла, профессиональ үҫеш өсөн яҡшы мөмкинлектәр бирә һәм һәр ҡатнашыусының шәхси мәнфәғәтенән сығып эш итә.

Хьюберт Хамфри стипендияһы бер уҡыу йылы менән сикләнә, шулай ҙа уның алдынан кәрәк булғанда инглиз теленән әҙерлек курсы үтеү мөмкинлеге лә бар.

2011-2012 йылдарға иҫәпләнгән программаға конкурс 2010 йылдың 15 авгусына тиклем дауам итәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Мәскәүҙәге АҠШ Илселегенең сайтынан алырға мөмкин http://russian.moscow.usembassy.gov/humphrey.html