5 декабрь, Дүшәмбе

15 июль 2010 йыл, 12:02

Константин Толкачев закон сығарыусылар Советы ултырышында ҡатнашты

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев 14 апрелдә Мәскәүҙә закон сығарыусылар Советының Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән һәм Рәсәй төбәктәрендә коррупцияға ҡаршы көрәшкә, дәүләт башлығының «2010-2011 йылдарға коррупцияға ҡаршы тороуҙың милли стратегияһы һәм милли планы тураһында» Указын, шулай уҡ коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса закондарҙы үтәүгә арналған ултырышында ҡатнашты.

Ултырышта палата рәйесе Сергей Миронов етәкселегендә Федерация Советы ағзалары, шулай уҡ Федерация субъекттарының закондар сығарыу йыйылыштары етәкселәре ҡатнашты.

Үҙәк киң мәғлүмәт саралары белдереүҙәренә ҡарағанда, Дмитрий Медведев коррупцияға ҡаршы көрәш ысулдарын тәнҡитләне, сөнки «Рәсәйҙә коррупция оосраҡтарының реаль һаны хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлағанға ҡарағанда тиҫтәләгән-йөҙләгән тапҡырға күберәк».

Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәш алымдары хаҡында һөйләп, РФ Президенты, улар йыш ҡына «ҡағыҙ яҙып биреүгә», дискуссия һәм «түңәрәк өҫтәлдәр» үткәреүгә ҡайтып ҡала, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта ыңғай тенденция ла күҙәтелә — коррупция өлкәһендә асыҡланған енәйәттәр һаны арта.

РФ Президенты әйтеүенсә, Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта экспертиза енәйәт яһауға юл асыусы 36 мең төрлө закон сығарыу һәм норматив актын асыҡланы. Бындай акттарҙың күбеһе урындағы үҙидара өлкәһенә ҡараһа ла, оҡшаш акттар федераль кимәлдә лә бар.