5 декабрь, Дүшәмбе

15 июль 2010 йыл, 9:15

«Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексының иң яҡшы проектына конкурс еңеүсеһе

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ишембай районында «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексының иң яҡшы проектына асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Ишембай районы хакимиәте, шулай уҡ БР Рәссамдар союзы һәм БР Архитекторҙар союзы.

Конкурс бер турҙа үткәрелде. Унда ҡатнашыусы профессиональ скульпторҙар һәм архитекторҙар скульптура һәм график материалдар формаһында эштәрен, шулай уҡ аңлатма яҙыу тәҡдим итте.

Һөҙөмтәлә Өлфәт Ҡобағошовтың эшен иң яҡшы проект тип танынылар. Уның композицияһы ҡурай сәскәһе формаһы планында бирелә, уның уртаһында «Ырыуҙар ташы» монументы күтәрелә. Ул башҡорт тирмәһе элементтарына нигеҙләнгән. Өс стилләштерелгән алтын уҡ үргә күтәрелә, уларға тирмәнең алтын яҡтылыҡ уйымы нығытыла. Уҡтар башҡорттарҙың традицион йыһазы – балаҫ, келәм, ҡашмауҙы хәтерләтеүсе башҡорт милли орнаменты менән биҙәлгән түңәрәк майҙансыҡҡа терәлгән. Майҙансыҡтың уртаһына гранит стена урынлаштырылған, унда боронғо орнамент формаһында башҡорт ырыуҙарының шәжәрәһе уйып яҙылған.