7 декабрь, Шаршамбы

14 июль 2010 йыл, 16:41

Белорет районының агросәнәғәт комплексы яңы кадрҙар менән тулылана

автор: Айгөл Кирамова

Көн элгәре Белорет районы хакимиәтендә аграр белем алып ауылға ҡайтҡан йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә сертификаттар һәм дипломдар тапшырыу тантанаһы үтте.

Быйыл 17 студент Башҡорт дәүләт аграр университетын бюджет нигеҙендә тамамлаған, шул иҫәптән маҡсатлы йүнәлеш менән ете кеше. Ауылда эшләүҙең бар ыңғай һәм кире яҡтарын яҡшы белһәләр ҙә, һөнәрҙе йәштәр биш йыл элек үҙҙәре һайлаған. Улар өсөн өҙлөкһөҙ семинарҙар, лекциялар, сессия һәм диплом эштәре артта ҡалған. Хәҙер улар ветеринария, иҡтисад, агрономия, малсылыҡ өлкәһе белгестәре.

Дипломдарҙы район башлығы урынбаҫары Ирина Ручкина тапшырҙы. Уның әйтеүенсә, агрономия, зоотехния, ветеринария, ауыл хужалығы производствоһы механизацияһы белгеслектәре буйынса уҡыу йортон тамамлап, ошо уҡ йылда аграр ойошмаларға эшкә алынған сығарылыш студенттары Башҡортостан Республикаһы аграр комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһы буйынса бюджеттан ай һайын бирелеүсе ете мең һум күләмендәге түләүҙәргә һәм бер тапҡыр бирелеүсе 100 мең һум күләмендәге пособиеға өмөтләнә ала.  

Аграр университетты тамамлаусыларға эшһеҙлек янамай. Барыһы ла тиерлек эш урынын һайлап өлгөргән. Күптәре эшкә тыуған хужалыҡтарына ҡайтасаҡ.

темалар: ауыл хужалығы