9 декабрь, Йома

16 июль 2010 йыл, 16:34

Журналистар союзының сираттан тыш съезын үткәреү 27 авгусҡа тәғәйенләнде

автор: Любовь Колоколова

Быйыл 27 августа Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының сираттан тыш съезы үткәреләсәк. Был ҡарар бөгөн БР Журналистар союзы идараһы пленумында ҡабул ителде.  

Был мәсьәлә буйынса мәғлүмәт менән республика Журналистар союзы идараһы ағзаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге «Башҡортостан «Китап» нәшриәте” БР дәүләт унитар предприятиеһы директоры Зөфәр Тимербулатов сығыш яһаны. Ул, сираттан тыш съезд үткәреү кәрәклеге күптән өлгөргән һәм уны яҡын араларҙа уҡ үткәрергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Съезды әҙерләү өсөн ойоштороу комитеты төҙөлдө.

Бынан тыш, пленумдың көн тәртибендә журналист кадрҙар әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр ҙә билдәләнде. Мәҫәлән, республика йәштәре араһында Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына льготалы уҡырға инеү хоҡуғына конкурс үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шуның менән бәйле БДУ менән БР Журналистар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла, уға ярашлы конкурс еңеүселәре (кәмендә өс кеше) ижади союз рекомендацияһы буйынса бушлай уҡырға инәсәк.

Шулай уҡ журналистика факультетына уҡырға инеүсе абитуриенттар араһында ижади конкурсты тергеҙеү кәрәклеге тураһында мәсьәлә күтәрелде. Был конкурс илдә БДИ системаһына күскәндән һуң бөтөрөлгәйне. Ошо мәсьәлә буйынса БР Журналистар союзы идараһы РФ Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Рәсәй Журналистар Союзы исеменә хат әҙерләне. Мөрәжәғәт проекты пленумда уҡып ишеттерелде һәм унда ҡатнашыусыларҙа хуплау тапты.